Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
19 Июль 2023, 14:00

Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы. Аҡса менән дә, ҡул көсө менән дә ярҙам итәләр

Ыҫлаҡбаш ауыл советы ауыл биләмәһенең Сыбыҡаран ауылында йәшәүселәр урындағы зыярат ҡоймаһын алыштыралар. Эштәр менән староста Василий Дмитриевич Григорьев етәкселек итә. Аҙна һайын шәмбе көндәрендә үткәрелгән өмәләрҙә 10-15 кеше ҡатнаша.

Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы.  Аҡса менән дә, ҡул көсө менән дә ярҙам итәләр
Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы. Аҡса менән дә, ҡул көсө менән дә ярҙам итәләр

–Бер йыл элек «2.0. цифрлы тигеҙһезлекте бөтөрөү» федераль проекты арҡаһында Сыбыҡаран ауылы юғары тиҙлекле мобиль интернетлы булды. Был ваҡиға ауылдан йыраҡта йәшәгән ауылдаштар менән бәйләнештәрҙе нығытырга ярҙам итте. Урында йәшәүселәр социаль селтәрҙәрҙә үҙ төркөмдәрен булдырҙылар һәм оператив рәүештә мәғлүмәттәр алышалар. Ауылдан киткәндәрҙән кемдер зыярат ҡоймаһын яңыртыуҙа аҡса менән ярҙам итә, ә кемдер – ҡул менән, – тип һөйләне Ыҫлаҡбаш ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Дмитрий Андреев.
Республика бюджетынан ауыл биләмәләренә бүленгән аҡса иҫәбенә урындағы зыярат ҡоймаһын яңыртыу былтыр уҡ башланған. Эштең ҡалған өлөшөн сыбыҡарандар үҙ өҫтәренә алғандар.
Фотолар ауыл биләмәһе хакимиәтенән.

Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы.  Аҡса менән дә, ҡул көсө менән дә ярҙам итәләр
Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы. Аҡса менән дә, ҡул көсө менән дә ярҙам итәләр
Автор:
Читайте нас: