Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
29 Июль 2023, 11:00

Башҡортостанда «Баҫыу көнө»ндә быйылғы ураҡ стратегияһын тикшерҙеләр

Баҡалы районында ураҡ эштәре буйынса көнбайыш райондарҙың семинары үтте. Сарала Бәләбәй районы делегацияһы ҡатнашты.

Башҡортостанда «Баҫыу көнө»ндә быйылғы ураҡ стратегияһын тикшерҙеләр
Башҡортостанда «Баҫыу көнө»ндә быйылғы ураҡ стратегияһын тикшерҙеләр

«Быйыл төбәкте артығы менән тәьмин итергә мөмкинлек биргән уңышҡа иҫәп тотабыҙ, 3,4 миллион тоннанан да кәм булмаған иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары, 600 мең тоннаға яҡын майлы культуралар, 1,6-1,7 миллион тонна самаһы шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алырға уйлайбыҙ», - тип хәбәр итте хөкүмәт вице-премьеры - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Санкция баҫымына ҡарамаҫтан, ведомство экспортты үҫтереү юлдарын эҙләй, тип белдерҙе ул.

«Арзаныраҡ хаҡҡа техника һатып алыу һәм продукцияны ҡиммәтерәккә һатыу өсөн варианттар эҙләйбеҙ. Хәҙер төп партнёр итеп Ҡытайҙы күрәбеҙ, Африка илдәренә йүнәлеште үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Күреүебеҙсә, продукцияға хаҡтар арта башланы», - тине вице-премьер.

Уның һүҙҙәренсә, Ауыл хужалығы министрлығына көн һайын яңы инвесторҙар килә. «Был йәнә бер тапҡыр аграр тармаҡтың перспективалы булыуын раҫлай, беҙҙең республика, илдә генә түгел, бөтә донъяла ла ошондай тенденция күҙәтелә. Тимәк, ерҙең, айырыуса башҡорт еренең, баһаһы арта ғына», - тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

Семинарҙа ҡатнашыусылар, ғәҙәттәгесә, ауыл хужалығы техникаһы өлгөләре менән танышты, яңы технологияларҙы өйрәнде, иген, ҡуҙаҡлы, май бирә торған һәм техник культураларҙың төрлө сорттары һәм гибридтарының тәжрибә сәсеүлектәрен ҡараны.

Автор:
Читайте нас: