Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
2 Август 2023, 17:00

Ураҡ эштәре дауам итә

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә 16 хужалыҡ урып-йыйыу эштәрен башлаған. Барыһы ла ужым арышы менән бойҙайын ура.

Ураҡ эштәре дауам итә
Ураҡ эштәре дауам итә

Әлегә көндәр ураҡ өсөн уңайлы, шуға ауыл эшсәндәре ваҡыттан файҙаланып ҡалырға ашыға.  «Северная Нива Башкирия», «Өҫән предприятиеһы» йәмғиәттәре, К. Иванов исемендәге кооператив һәм  Илшат Ғабдрахмановтың крәҫтиән-фермер хужалығы яҡшы темпта эшләйҙәр.

Һәр гектарҙан яҡынса 26 ц уңыш алына.

Сиратта – яҙғы културалар.

Зөлфиә Ғарифуллина

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: