Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
2 Март 2025, 10:00

Берҙәм команда булып

Туҙлыҡыуыш ауыл  советына ҡараған Әзәкәй ауылы биш-алты ғына йорттан тора. Фермерҙар Рема менән Айрис Ғәлиуллиндарҙың ҡайһы йортта йәшәүен белеүе ҡыйын түгел.

Берҙәм команда булып
Берҙәм команда булып

Ихата алдында төрлө тракторҙар һәм йөк машиналары тора. Бер нисә метр үтеүгә ғаилә фермаһы биләмәһе башлана.

Бер нисә йыл элек республиканың ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереүгә бирелгән грантына төҙөлгән малсылыҡ корпусында 80 баштан ашыу эре мал аҫрала.

Ауыл фермерҙары эште ни бары биш баш эре малдан башлағандар. Мал һаны һәм ҡыр эштәре артыу менән фермерҙарҙың тотороҡло командаһы барлыҡҡа килгән. Хәҙер крәҫтиән-фермер хужалығында Туҙлыҡыуыш һәм Сағанлы ауылдарынан һәм райондың башҡа тораҡ пункттарынан кешеләр эшләй.

https://belizvest.ru/news/novosti/2025-03-01/edinoy-fermerskoy-komandoy-4141358

Автор:
Читайте нас