Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
10 Апрель 2025, 09:50

Тракторҙар баҫыуҙарға сыҡты

Бәләбәй районының ауыл эшсәндәре ваҡытынан алда яҙғы баҫыу эштәрен башланы.

Тракторҙар баҫыуҙарға сыҡты
Тракторҙар баҫыуҙарға сыҡты

Тәүгеләрҙән булып «Өҫән предприятиеһы» йәмғиәте,  К. Иванов исемендәге кооператив, «Төньяҡ Нива Башҡортостан»,«Канаш ОСП Екатериновка» йәмғиәттәре тракторҙарын баҫыуҙарға сығарҙы.  
Район игенселәре алдында яуаплы бурыс тора – иң ҡулай агротехник ваҡытта 6 437 га майҙандағы ужым сәсеүлектәрен тарматырға һәм ашларға, 11 200 гектарҙағы күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматып сығырға кәрәк.

Район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡайһы бер хужалыҡтар сәсеү алды лаборатор тикшереүен үткән орлоҡтарын ағыулауға керешкән. Яҙғы сәсеү районда 26 204 га майҙанда башҡарыласаҡ, шул иҫәптән яҙғы иген культуралары –  20 470 га, техник культуралар – 10 939 га майҙанда.
Римма Солтанова әҙерләне

Тракторҙар баҫыуҙарға сыҡты
Тракторҙар баҫыуҙарға сыҡты
Тракторҙар баҫыуҙарға сыҡты
Тракторҙар баҫыуҙарға сыҡты
Тракторҙар баҫыуҙарға сыҡты
Автор:
Читайте нас