Муниципалитет хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 12 майға яҙғы сәсеү эштәре 10 362 гектар майҙанда башҡарылған, планда – 26 136 га.
«Төньяҡ Нива Башҡортостан» йәмғиәтендә, «Линда» агрофирмаһында, «Өҫән», Якушин В.В. предприятиеларында, Алексей Гришаниндың крәҫтиән-фермер хужалығында һәм райондың башҡа хужалыҡтарында сәсеү кампанияһы ойошҡан рәүештә бара.
Ауыл эшсәндәре иртә яҙғы һәм майлы культуралар сәсә. Бер үк ваҡытта ужым арышы һәм бойҙай баҫыуҙары тәрбиәләнә.
Римма Солтанова.
Фотоларҙа: «Линда» агрофирмаһы баҫыуҙарында