– Район буйынса 12 655 гектарҙа мал аҙығы культураларын йыйып алырға кәрәк. Алдағы ҡышлатыуға 12 150 тонна бесән, 13 000 тонна сенаж, 6 000 тонна силос әҙерләргә кәрәк. Бер шартлы мал башына ни бары 27,5 центнер мал аҙығы берәмеге тура килә. 16 июлгә 1 895 тонна бесән, 16 565 тонна сенаж әҙерләнде, – тип хәбәр иттеләр Бәләбәй районы хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтенән.
«БИ» хәбәрселәре К. Иванов исемендәге кооперативта булды, унда бесән әҙерләү һәм сенаж һалыу тамамланыуға яҡын. Мал аҙығы әҙерләү звеноһында тәжрибәле механизаторҙар эшләй. Мәҫәлән, «Мещера» сапҡысында Алексей Жилкин, «Полесье»лә Дмитрий Шишкин эшләйҙәр. КамАЗ водителе Александр Михайлов көн һайын баҫыу – ферма маршруты буйынса бер нисә тиҫтә рейс яһай. Йәшел массаны тығыҙлау менән, үткән йылдарҙағы кеүек үк, Игорь Побудей сифатлы шөғөлләнә. Уға ярҙамсы эшсе Николай Федотов ярҙам итә.
Эшсе ҡулдар етмәһә, һәр техникаға тәжрибәле бригадир Анатолий Тимофеев ултыра. Хужалыҡ етәксеһе Максим Маторин менән бергә ул йәшел ураҡты уңышлы тамамлау буйынса бөтә ойоштороу мәсьәләләрен тиҙ хәл итә.
– Иртә таңдан баҫыуға сығабыҙ һәм эште киске сәғәт 10-11-ҙә тамамлайбыҙ. Оҙайлы ямғырҙар арҡаһында үләндәр артыҡ үҫеп, бер аҙ ҡиммәтен юғалтты, шуға күрә мал аҙығы культураларын тиҙерәк йыйып, фермаға күсерергә тырышабыҙ, – ти Алексей Жилкин.
Был эшһөйәр иргә хужалыҡта булған техниканың яртыһы тиерлек беркетелгән. Әйтергә кәрәк, К. Иванов исемендәге кооперативта йыл һайын ауыл хужалығы техникаһы паркы тулылана. Ошо көндәрҙә бында Өфөнән лизингҡа һатып алынған яңы бесән сапҡыс ҡайтарырға тейештәр.
Кукуруз өлгөргәндән һуң хужалыҡта корнаж әҙерләү башлана. Силос урынына бында һуңғы йылдарҙа тап ошо юғары туҡлыҡлы мал аҙығы төрөн әҙерләй башлағандар. Бының өсөн баҫыуҙарға кукуруздың иген сорттарын сәсәләр. Кооперативта үҙ тәжрибәләрендә йәнселгән кукуруз игененең мал һаулығына ыңғай йоғонто яһауына, ит сифатын, һауым күләмен һәм һөттә аҡһым миҡдарын яҡшыртыуына инанғандар.
Йәшел ураҡтан һуң ауыл эшсәндәрен иген культураларын урып-йыйыу эштәре көтә. Уларҙың бөтә теләктәре бер генә – һауа торошо боҙолмаһын ине. Күп йылдар өс кеше өсөн эшләргә күнеккән ир-егеттәр ауыр хеҙмәт менән үҫтерелгән уңышты йыйып алыу өсөн бөтә көсөн һалырға әҙер.
Ыҫлаҡбаш фермаһы биләмәһендә, мал аҙығы ихатаһындағынан башҡа, тынлыҡ. Һыйыр малы йәйге лагерҙа. Көтөүлек миҙгелендә һауым байтаҡҡа артҡан. Көн һайын хужалыҡ Бәләбәй һөт комбинатына өс тоннаға тиклем һөт оҙата.
Римма Солтанова.
Елена Петрова фотолары