Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
9 Октябрь 2025, 10:00

Алда яуаплы осор – мал ҡышлатыу көтә

Район биләмәһендә 36 малсылыҡ бинаһы, шул иҫәптән 12 һөтсөлөк  фермаһы, алты корпуста аттар, 18 корпуста сусҡа малы аҫрала.

Алда яуаплы осор – мал ҡышлатыу көтә
Алда яуаплы осор – мал ҡышлатыу көтә

Хужалыҡтарҙа биналарҙы таҙартыу һәм аҡлау, тиреҫ сығарыу системаларын ремонтлау, ағас иҙәндәрҙе өлөшләтә алмаштырыу, ялан кәртәләрҙе  ремонтлау башҡарылған. Һыуыҡтар башланғас, бөтә мал аҙбарҙа тотоуға күсереләсәк. Бөтә төр хужалыҡтарҙа, шул иҫәптән шәхси ярҙамсыларында, ағымдағы ҡышта 7 165 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 2 518 һыйыр, 91 958 сусҡа, 4 938 һарыҡ һәм кәзә аҫраласаҡ.

Ҡышлау өсөн районда 6 850 тонна бесән, 18 875 тонна сенаж әҙерләнгән, был шартлы мал башына 27 центнер мал аҙығы берәмеге тәшкил итә.

Дөйөм алғанда, республика аграрийҙары шартлы мал башына 25,6 центнерҙан ашыу мал аҙығы берәмеге әҙерләгән (был йыл ярымлыҡ запас!). Шулай итеп, мал аҙығы әҙерләү буйынса план үтәлгән.

Алда яуаплы осор – мал ҡышлатыу көтә
Алда яуаплы осор – мал ҡышлатыу көтә
Автор: Римма Султанова  
Читайте нас