Ир-аттар зыярат эсендәге ҡороған үләндәрҙе сапты, ҡатын- ҡыҙҙар тырмалап, сүптәрҙе ситкә ташып торҙо. Ҡәберҙәрҙең аралары ла таҙартылды. «Күмәк көс яу ҡайтара» тигәндәй, шаҡтай ғына ҙур майҙан тиҙ арала таҙарып ҡалды. Өмәгә килгән һәр кем үҙ яҡындарының ҡәберҙәрен дә тәртипкә килтерергә өлгөрҙө.
Ғөмүмән, Ҡайын-Йылға ауылы халҡы һуңғы йылдарҙа бындай сараларҙы йыш ойоштора башланы. Зыяраттарҙы тәртиптә тотоу, өмәләр, Ҡөрьән аштары үткәреү һәм башҡа саралар күркәм традицияға әйләнде.
Бындай сараларҙа ҡатнашыу кешеләр өсөн бер-береһе менән аралашыу, эш башҡарыу ғына булып ҡалмайынса, алдағы көндәргә проблемаларҙы хәл итеү, яңы эш пландарын билдәләү сараһы ла булып тора.
Әруахтарҙың рухы шат булһын. Киләсәк быуын балалары беҙҙең изге эштәребеҙҙе дауам итһәләр ине.
Сараны ойоштороусы ауыл старостаһы Светлана ханыма, Ханнанова Зарема Сәрүәр ҡыҙына ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.
Люзиә Фәттәхова, Ҡайын-Йылға ауылы килене