Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
7 Ноябрь 2025, 14:00

Уңыш йыйылған!

Бәләбәй районының ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре 20 767 гектар майҙанда иген культураларын йыйып алған. Шул уҡ ваҡытта 50 000 тоннаға яҡын иген һуғылған.

Уңыш йыйылған!
Уңыш йыйылған!

Аграрийҙарға техник культуралар биләгән баҫыуҙарҙа эште тамамларға ҡалған (11 154 гектарҙың 7 911 гектарҙағыһы йыйып алынған).

 - Иң юғары уңыш, гектарынан уртаса 30-шар центнер һәм унан күберәк, «Өҫән» предприятиеһы» йәмғиәтендә, «Төньяҡ Нива Башҡортостан» йәмғиәте бүлексәһендә, «Екатериновка» предприятиеһында, «Канаш» йәмғиәтендә, Алексей Гришаниндың, Руфия Ғәлиеваның крәҫтиән - фермер хужалыҡтарында, - тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтендә.

Шулай уҡ 2026 йылғы уңыш өсөн ерҙәрҙе һөрөү эше бара. Район буйынса 16 000 гектар ер туңға һөрөлгән.

Елена Петрова фотоһы

Автор: Римма Султанова  
Читайте нас