Ныҡлап ҡар яуғас, ул уҙған шәмбелә әхирәттәрен ҡаҙ өмәһенә саҡырҙы. Шаян һүҙ, йырҙар менән шаҡтай мәшәҡәтле ҡаҙ йолҡоу эшен уңған ҡыҙҙар бына тигән башҡарып сыҡты. Улар: Лүзиә Букаева, Татьяна Мөхәммәтйәнова, Венера Андреева, Гүзәл Саттарова, Гөлсинә Вәлиева, Әлиә Сәлимгәрәева, Земфира Хәсәнова, Анна Шәймөхәммәтова.
Ә эштән һуң ҡунаҡсыл хужабикә өмәселәрен һыйлы табынға саҡырҙы. Ҡаҙ өмәһенең эше лә, ашы ла бергә! Киләһе йылдарҙа ла иҫән-имен булып, ҡаҙҙар үҫтереп, күңелле ҡаҙ өмәһенә йыйылырға яҙһын!
– Яңы йыл байрамына иң ҙур ҡаҙҙан ҙур бәлеш әҙерләйбеҙ, – ти өмәсе әхирәттәренә рәхмәтле Зилә Вәлишина.