Алдан ауыл хакимиәте һәм инициатива төркөмө ауыл халҡынан өҫтөнлөклө проблемалар, шулай уҡ проектты берлектә финанслауға индергән өлөш күләме тураһында һорау алыу үткәрҙе.
Йомғаҡлау йыйылышында күпселек тауыш менән Өҫән-Ивановка ауылы мәктәбе бинаһында ағымдағы ремонт (тәҙрә блоктарын һәм ишектәрҙе алмаштырыу) проекты хупланды.
– Тәү сиратта беҙҙең кешеләр балалар өсөн мәктәптә уңайлыраҡ шарттар булдырыу тураһында уйланы. Тәҙрә блоктарын алмаштырыу ҡышҡы ваҡытта йылылыҡты һаҡлап ҡалырға, шулай уҡ класс һәм йәмәғәт биналарын бер ниндәй ҙә проблемаһыҙ елләтергә мөмкинлек бирәсәк, был, һис шикһеҙ, мәктәп бинаһында санитар-гигиена шарттарын яҡшыртасаҡ.
Күптән инде инеү төркөмө лә ремонт талап итә: иҫке һәм ҙур ишектәр урынына заманса ишектәр ҡуйырға ниәтләйбеҙ.
Конкурста еңеүгә һәм проектты тормошҡа ашырыуға өмөтләнәбеҙ, – тип уртаҡлашты Өҫән-Ивановка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Анатолий Мышаков.
Өҫән-Ивановка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте