Яңы йыл каникулдарының һуңғы көнөндә, ҡар яуыуы туҡтағас, хоккей майҙансығын ентекләп таҙартҡандар һәм һыу һибеп туңдырғандар.
- Был процесс яйға һалынған эште һәм һөнәрилек талап итә, һәм беҙҙә таянырлыҡ кешеләр бар. Улар – йәштәр советы рәйесе Александр Рыбаков, Виктор Устинов, Аяз Байымов Һәм Сергей Красильников. Боҙ үтә күренмәле һәм шыма булыр, тип ышанабыҙ, – тип уртаҡлашты Максим Горький ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Надежда Красильникова.
Теләгән һәр кем конькиҙа шыуыуҙан ләззәт алала, ә ауыл малайҙары өсөн ысын хоккей алыштары башланған.
Н. Красильникова фотолары