Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
25 Ғинуар , 14:00

Юлдарға ремонт талап ителә

Семенкин ауыл советы ауыл биләмәһе халҡы Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында актив ҡатнаша. Был проект һәм ауыл халҡының тырышлығы һөҙөмтәһендә бик күп файҙалы идеяларҙы тормошҡа ашырыу мөмкин булды.

Юлдарға ремонт талап ителә
Юлдарға ремонт талап ителә

2026 йылда конкурста ҡатнашыуға ғариза бирер алдынан ике йыйылыш үткәрелде, унда ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Анатолий Никитин программа шарттары тураһында ентекләп һөйләне.

Һөҙөмтәлә Яңы Семенкин ауылында Дуҫлыҡ һәм Тау аҫты урамдарында автомобиль юлдарын ремонтлау проекты һайланды. Бергәләп финанслауҙы тикшереү барышында халыҡ һәм бағыусылар проектты тормошҡа ашырыу өсөн һоралған субсидияның дөйөм суммаһының кәм тигәндә 10 процентын индерергә ҡарар ителде.

Татьяна Никитина

Автор:
Читайте нас