ППМИ-2026-ла ҡатнашыу өсөн ауыл халҡының күбеһе тауыш бирҙе.
Мәтәүбаш ауыл советы хакимиәте булышлығында инициатива төркөмө ағзалары мәғлүмәти стенд эшләгән, унда ППМИ-ны тормошҡа ашырыу, конкурс саралары, уҙған йылдарҙа бойомға ашырылған проекттар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Мәғлүмәт асыҡлығы халыҡтың, бағыусыларҙың иғтибарын йәлеп итергә һәм урындағы башланғыстар программаһының конкурс шарттарын үтәргә мөмкинлек бирә.
Ауылда ППМИ-2026-ға ярҙам йөҙөнән төрлө саралар ойошторола, унда төрлө йәштәге балалар: балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, уҡытыусылар етәкселегендә мәктәп уҡыусылары, ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы пенсионерҙар ҡатнаша.
Саф һауала уйын программалары һәм спорт ярыштары мәтәүбаштарҙы йәлеп итә, күтәренке кәйеф һәм ППМИ-2026-ла еңеүгә ышаныс уята.
Фотолар Мәтәүбаш ауыл советы ауыл биләмәһенән