Крәҫтиән (фермер) хужалығының етештереү базаһын Өҫән-Ивановка ауылына күсереү менән фермер буш торған малсылыҡ биналарын ремонтлауға күп көс һәм финанс ресурстары һалған.
Өс йыл элек Рәмил Закировтың крәҫтиән-фермер хужалығы тулыһынса һөтсөлөктән ит малсылығына күскән. Өҫән-Ивановка фермаһында бөгөн 200 баш самаһы беҙҙең ҡаты климат шарттарына яраҡлаштырылған симменталь һәм бестужев тоҡомло һыйыр малы тотола.
Март башында хужалыҡта яуаплы осор – һыйырҙарҙың быҙаулау осоро башлана, шуға күрә Рәмилгә тағы ла күберәк ваҡытты фермала үткәрергә тура киләсәк.
- Яңы тыуған быҙауҙарҙы тәүге көндәрҙән алып имеҙеү режимында тотабыҙ. Уларҙы әсәләренән ярты йәшкә тиклем айырмайбыҙ. Был көслө, һау-сәләмәт йәш мал үҫтерергә, интенсив һимертеү осоронда яҡшы артым кимәлен тәьмин итергә мөмкинлек бирә, – тип һөйләне Рәмил Әсҡәт улы.
Урындағы халыҡ араһынан эшселәр табыу ауырға тура килә, шуға күрә фермерҙың үҙенә лә хужалыҡ эштәрен башҡарырға тура килә. Трактор йөрөтөргә, фермаға илткән юлды ҡарҙан таҙартырға, мал аҙығы ташырға. Өҫтәүенә зооветеринар хеҙмәткәрҙәрҙең булмауы кеүек башҡа мәсьәләләрҙе лә хәл итергә. Уға мал аҙығы әҙерләүҙә ике-өс ялланма эшсе ярҙам итә.
– Һөт етештереү менән шөғөлләнгәндә күпкә ауырға тура килде, – ти фермер. – Һауынсыларҙы йыйып, фермаға алып барыу өсөн ҡыш көнө иртәнге сәғәт 4-5-тә торҙом. Кисен, һауындан һуң, ярты төнгә табан ҡайта инем.
Рәмил Закировтың крәҫтиән-фермер хужалығы һыйыр итен Бәләбәйҙең сауҙа нөктәләренә тапшыра. Шулай уҡ ауыл хужалығы йәрминкәләрендә ҡатнашыу ҙа күҙ уңында тотола.
20 йылдан ашыу фермерлыҡ тәжрибәһенә эйә булған ир-егет артабан да ит малсылығы менән шөғөлләнеү теләге менән йәшәй, шулай ҙа хәҙерге иҡтисади ысынбарлыҡта агросәнәғәт комплексы өлкәһендә эштәр алып барыу ҡатмарлаша бара.
Ауыл эшҡыуарҙарының күпселеге кеүек үк, Рәмил Закиров урындағы власҡа Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында, башҡа йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтә. Фермер, тормош бер-береңә ярҙамдан тора, шуға күрә барыһы менән дә тигеҙ, ихтирамлы мөнәсәбәттәр төҙөргә тырышырға кәрәк, тип ышана.