Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл тормошо
16 Март , 10:00

Сәсеүгә әҙерләнәләр

Шаровкала уҙған күсмә эш кәңәшмәһендә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең 2026 йылдың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев яҙған.

Сәсеүгә әҙерләнәләр
Сәсеүгә әҙерләнәләр

Эшлекле осрашыу Гришанин Алексей Анатольевичтың крәҫтиән-фермер хужалығы базаһында ойошторолған, унда район аграрийҙары, хәкимәттең ауыл хужалығы хеҙмәте,  Дәүләт техник күҙәтеүе белгестәре йыйылған.

Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм фермер хужалыҡтары башлыҡтары урындарҙағы хәлдәр тураһында һөйләне, алдағы сәсеү эштәренә әҙерлек барышы тураһында хәбәр итте.

Тракторҙарҙы һәм тағылмаларҙы йыл һайын сифатлы техник тикшереү үткәреү мөһим. Сәсеү миҙгеленә әҙерлектең был өлөшө кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, мөлкәтте һаҡлауға, юл-транспорт ваҡиғаларын һәм үҙйөрөшлө техника эшләгәндә бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүгә йоғонто яһай.

Сәсеүҙе сифатлы һәм ваҡытында үткәрербеҙ, тип ышанам, тип яҙа Азат Альверт улы.

Фотолар хакимиәт башлығы сәхифәһенән

Сәсеүгә әҙерләнәләр
Сәсеүгә әҙерләнәләр
Сәсеүгә әҙерләнәләр
Сәсеүгә әҙерләнәләр
Автор:
Читайте нас