

Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2026 йылғы уңыш өсөн ужым культуралары майҙаны 285,6 мең гектар тәшкил итеүен, был уҙған йылғы күрһәткестәрҙән 22 процентҡа күберәк булыуын хәбәр итте. Быйыл яҙғы сәсеүҙең планлаштырылған майҙаны 2 миллион гектарҙан ашыу тәшкил итәсәк, ә иген культуралары сәсеүлектәренең дөйөм күләме – 1,4 миллион гектарҙан ашыу. Майлы культуралар сәсеүлектәрен киңәйтеү иҫәбенә техник культуралар майҙандары арттырыла. Шәкәр сөгөлдөрө - 40 мең гектар, картуф һәм йәшелсәләр 48 мең самаһы гектарҙы биләйәсәк.
Республика аграрийҙары иген, ҡуҙаҡлы һәм ярма культуралары орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән, шул уҡ ваҡытта илебеҙҙә етештерелгән орлоҡтарҙың өлөшө 82 проценттан аша.
Радий Хәбиров сәсеү кампанияһында ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Районда хәлдәр нисек?
Хакимиәттең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Бәләбәй районында ете ауыл хужалығы предприятиеһында һәм 45 крәҫтиән-фермер хужалығында яҙғы баҫыу эштәре үткәреләсәк.
Район буйынса дөйөм сәсеү майҙаны 47 271,1 гектар тәшкил итәсәк (2025 йылға - 100,9%), шул иҫәптән – 6 727 гектар ужым иген культуралары (уларҙың 98 проценты яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек торошта), 15 491 гектар яҙғы иген культуралары.
Майлы культуралар йәмғеһе 10 805 гектарҙы биләйәсәк, мал аҙығы культуралары – 12 778,6 га, картуф һәм йәшелсәләр – 1 469 гектарҙан ашыу.
Бөгөн трактор паркының сәсеү кампанияһына әҙерлеге - 95 процент, тағылма техниканың 100 процент тәшкил итә. Запас частар менән тәьмин ителеш - 100%. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында булған тракторҙарҙың 56 проценты техник тикшереү үткән.
3570 тонна яҙғы иген культуралары орлоғоноң ни бары 2106 тоннаһы кондицияға еткерелгән, йәғни стандарттар менән ҡаралған барлыҡ күрһәткестәр буйынса сифат нормалары талаптарына яуап бирә.
Район хужалыҡтары 1048 тонна минераль ашлама һатып алған (планға ҡарата 57,5 процент). Уларҙы ҡайтарыуҙы дауам итәләр.
464 тонна дизель яғыулығы (кәрәк булғандың 79 проценты), 28 тонна бензин (70%) ҡайтарылған.
31 мартта Өфөлә яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү мәсьәләләренә арналған республика агрономик конференцияһы үтә. Сарала Бәләбәй районы делегацияһы ла ҡатнаша.
Фотолар: «БИ» архивынан