Ауыл тормошо
15 Апреля , 11:00

Өҫтәмә туҡландыралар һәм тырматалар

Бәләбәй районының ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә тотондо.

Өҫтәмә туҡландыралар һәм тырматаларӨҫтәмә туҡландыралар һәм тырматалар
Өҫтәмә туҡландыралар һәм тырматалар

– Тәүгеләрҙән булып ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуға шәхси эшҡыуар  В.В. Якушин һәм «Төньяҡ Нива Башҡортостан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре сыҡты. Бөгөн бындай эш шулай уҡ «Линда» агрофирмаһында, «Екатериновка»ла, «Канаш», «Өҫән» йәмғиәттәрендә алып барыла.

Район буйынса 6 727 гектар ужым культуралары сәсеүлектәренең 1 547 гектарын өҫтәмә туҡландырҙылар, – тип хәбәр итте муниципаль район  хакимиәте ауыл хужалығы хеҙмәтенең баш агрономы Илгиз Нәсифуллин.

Ике хужалыҡта күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу алып барыла. Ауыл эшсәндәре яҙғы сәсеү кампанияһын сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡытта бышҡарып сығыу өсөн һәр аяҙ көндө һөҙөмтәле файҙаланырға тырыша.

Фото МР хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтенән

Автор:Римма Султанова  
Читайте нас