

Ҡыш көнө ул 90 йәшен билдәләгән, әммә ул саҡта ҡар һырынтылары уның янына барырға ҡамасаулағанлыҡтан, беҙ яҙҙы көтөргә ҡарар иттек.
Заречная урамында яҙ ҙа шатландырмай: хеҙмәт ветераны йортона алып барған тупраҡ юлда батҡаҡ, ҙур-ҙур күләүектәр…
Күп йылдар П.П. Кузиндың туғандары һәм күршеләре урындағы хакимиәткә юлдарға ҡырсынташ түшәүҙе һорап мөрәжәғәт иткән, әммә мәсьәлә хәл ителмәгән. Һуңғы яуапта 2027-2028 йылдарҙа юл эштәрен башҡарырға вәғәҙә иткәндәр.
Беҙҙең әңгәмәлә Петр Павлович юл темаһына хыял итеп ҡағылды, сөнки урамдың насар торошо арҡаһында ашығыс ярҙам да, авария хеҙмәте автомобилдәренең дә йөрөүе ауыр. Һәм үҙ ихатаһынан ситкә лә ул шул уҡ сәбәп менән сыҡмай.
Бәлки, берәй юлсы Заречная урамында йәшәүселәргә хәйриә ярҙамы күрһәтер?
Автор фотолары