

26-30 майҙа теләгән һәр кем агросәнәғәт комплексы, ауыл биләмәләренең торошо, дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында хәбәрҙарлыҡ кимәлен баһалай ала.
Белем биреү акцияһында ҡатнашыусыларға 40 минут эсендә 30 тест һорауына агродиктант.рф платформаһында ситтән тороп яуап бирергә кәрәк. Эштәр ауыл хужалығында инновацион технологияларҙың мөһим аспекттарын үҙ эсенә ала.
Былтыр акцияға илдең бөтә мөйөштәренән 400 меңдән ашыу ҡатнашыусы ҡушылды, быйыл 1 миллион самаһы кешенең ҡатнашыуы көтөлә, тип билдәләй ойоштороусылар.
Светлана Шириня әҙерләне