Ауыл тормошо
5 Июня , 07:00

Төбәктә сәсеү кампанияһына яҡынса йомғаҡ яһалды

Яҙғы культуралар план майҙандарының 95 процентында сәселгән – 1,9 миллион гектар самаһы, шул иҫәптән иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары – 1 млн га, шәкәр сөгөлдөрөн 40 мең гектарҙа ултыртҡандар. 707 мең гектарҙы майлы культуралар сәсеүлектәре биләй, – тип хәбәр итте вице-премьер –  республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Төбәктә сәсеү кампанияһына яҡынса йомғаҡ яһалдыТөбәктә сәсеү кампанияһына яҡынса йомғаҡ яһалды
Төбәктә сәсеү кампанияһына яҡынса йомғаҡ яһалды

Баҫыу эштәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн аграрийҙар ауыл хужалығы машиналарының техник паркын яңырта. Мәҫәлән, 2026 йыл башынан улар 5,5 миллиард һумға 845 берәмек техника һатып алған.

Башҡортостан башлығы ауыл халҡына яҙғы сәсеү осоронда башҡарылған ҙур эштәр өсөн рәхмәт әйтте.

– Беҙ агромиҙгелдең беренсе этабын үттек. Ул еңел булманы, әммә сәсеү майҙандары буйынса план күрһәткестәренә өлгәштек. Бының өсөн ҙур рәхмәт,– тине Радий Хәбиров. – Аграрийҙарыбыҙға артабанғы эштәрендә уңыштар теләйем.

 

Бәләбәй районында яҙғы культуралар сәсеүҙе тамамланылар

«4 июнгә ҡарата 52 хужалыҡта 26 327 гектар сәсеүлек майҙандарына сәселгән, шуларҙың 13 994 гектары – яҙғы иген культуралары, 11 285 гектары – майлы культуралар, 1034 гектары – мал аҙығы культуралары, – тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтендә. – Картуф һәм йәшелсә 14,5 гектар майҙанда үҫтерелә».

 «Төньяҡ Нива Башҡортостан» йәмғиәте, «Өҫән» ауыл хужалығы предприятиеһы, К. Иванов исемендәге кооператив, Алексей Гришаниндың, Валерий Соловьев, эшҡыуар Владимир Якушиндың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары сәсеү кампанияһын тәүгеләрҙән булып тамамлаған.

Хәҙер район хужалыҡтарында сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү – химик утау һәм культураларҙы ҡоротҡостарҙан эшкәртеү буйынса эш дауам итә. Сәсеү кампанияһы яйлап мал аҙығы әҙерләүгә күсә.

Автор:Светлана Шириня
Читайте нас