

- Химик утау алып барабыҙ, комбайндарҙы ремонтлауға һәм мал аҙығы йыйыу техникаһын әҙерләүгә тотондоҡ. Бесән әҙерләү осоро башланыр алдынан сапҡыстарҙы, пресс-йыйғыстарҙы тикшерәбеҙ. Хужалыҡта өс «Полесье» комбайны, өс К-700 тракторы (уларҙың береһе яңы, 2025 йылда лизинг буйынса һатып алынған), сәскестәр, елгәргестәр бар. Кредитҡа яңы пресс-йыйғыс һатып алырға ниәтләйбеҙ. Сөнки йыйыу тиҙлеге лә техниканың сифатына бәйле, - тип иҫәпләй тәжрибәле аграрий.
Ауыл хужалығы культураларын үҫтереүҙән тыш, хужалыҡта малсылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнәләр. Бында 320 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Быйыл көтөү 82 башҡа артҡан. Һыйырҙар йәш мал менән йәйге көтөүлеккә күсерелгән, көтөүлек электр көтөүселәре менән йыһазландырылған.
КФХ башлығына, күп балалы атайға, ҙур эштәрҙе башҡарырға улдары ярҙам итә. Өлкән улдары Никита, Өфө юридик техникумынан һуң, капитан дәрәжәһенә тиклем хеҙмәт итеп ҡайтып, хужалыҡта баш механик булып эшләй. Анатолий, Башҡорт дәүләт аграр университетында юғары белем алғас, ветеринар табип вазифаһында. Уртансылары, Кирилл, армия хеҙмәтенән һәм Аксенов ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң атаһының агрономы булып эшләй, профилле юғары уҡыу йортона уҡырға инергә ниәтләй. Иван - Бәләбәй механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжы студенты. Уны бесән сабырға түҙемһеҙләнеп көтәләр. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Артем ағаларынан ҡалышмай. Атаһы әйтеүенсә, ул техниканы бик ярата, иртәнән кискә тиклем ярҙам итергә әҙер.