

Был юлы рәхмәт һүҙҙәрен урындағы хакимиәт башлығы Ильмира Ильина Дегтяревтар ғаиләһенә йүнәлтә.
– Был татыу ғаилә үҙенең көнкүрешен матурлауҙан тыш, йәш ауылдаштары хаҡында ла хәстәрлек күрә. Елена һәм Владимир Дегтярёвтар волейбол майҙансығы эшләне.
Ғаилә пары волейбол уйнар өсөн зона әҙерләүгә ваҡыт тапты, матди ярҙам күрһәтте.
Ошондай ауылдаштарым менән менән ғорурланам! - тип уртаҡлашты Ильмира Мәғсүм ҡыҙы.
Шаровка ауыл советы ауыл биләмәһе фотолары