Ауыл тормошо
3 Июля , 13:00

Нисек йәшәйһең, ауыл? Ауыл халҡының йәйге хәстәрҙәре

Донской ауыл биләмәһендә һәр аяҙ көндөң ҡәҙерен беләләр. Ауыл халҡының төп мәшәҡәттәре араһында йәмәғәт эштәре – зыяратарҙы кәртәләү, юл ситтәрен сабыу, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлде йүнәтеү өсөн дә ваҡыт бар.

Нисек йәшәйһең, ауыл? Ауыл халҡының йәйге хәстәрҙәреНисек йәшәйһең, ауыл? Ауыл халҡының йәйге хәстәрҙәре
Нисек йәшәйһең, ауыл? Ауыл халҡының йәйге хәстәрҙәре

Ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә һаҡсыл мөнәсәбәт

Ауыл биләмәһендә йәшәүселәр зыяраттарҙың иҫке ҡоймаларын ремонтлау мәсьәләһен иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

– Донской ауыл советы биләмәһендә ете зыярат бар. Уларҙың күпселеге  ауыл халҡының көсө менән тәртипкә килтерелгән, - тип хәбәр итте урындағы хакимиәт башлығы Илһам Хөснөтдинов. - Ошо көндәрҙә Анненковтағы иҫке зыяратты төҙөкләндереү эштәре тамамланды: буйынан-буйына ҡойма яңыртылды, ике яҡтан инеүҙе уңайлы итеү өсөн ҡапҡалар ҡуйылды.

Ремонтҡа аҡсаны, ғәҙәттәгесә, күмәкләп йыйҙыҡ. Инициатива төркөмө ағзалары туғандары бында ерләнгән кешеләрҙең барыһына ла ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Айырыуса ауыл советында йәшәүсе әүҙем кешеләрҙең - Р. Ғәзизуллиндың, О. Калугиндың, Р. Собханғоловтың, В. Улюсовтың, Ф. Арыҫлановтың ярҙамын билдәләп үткем килә.

Дөйөм тырышлыҡ менән 600 мең һум аҡса йыйылды. Ҡойманы төҙөкләндергәндән һуң ҡалған аҡсаға ауыл халҡы зыяратҡа илткән юлды тигеҙләргә һәм ике яңы контейнер һатып алырға ҡарар иткән.

Күптәр өсөн был «ҡойманы йүнәтеү» генә түгел, ә ата-бабаларға ҡарата хөрмәт белдереү һәм ошо йоланы киләһе быуындарға тапшырыу ысулы ла булып тора.

Сиратта - Сиушка ауылындағы зыярат ҡоймаһын ремонтлау.

Юл ситтәрен сабыу: ауылдың хәүефһеҙлеге һәм ауыл йөҙөн ҡайғыртыу

Тағы ла бер мөһим йәйге хәстәрлек - юл ситтәрен сабыу. Йылы көндәр һәм ямғырҙар ҡый үләндәренең актив үҫешенә булышлыҡ итә. Ҡарағура  ауылдың йөҙөн боҙоп ҡына ҡалмай, ҡоро көндәрҙә янғынға сәбәпсе булыуы ла ихтимал.

Ауыл биләмәһендә был эш төрлөсә башҡарыла: ҡайҙалыр ауыл советы техникаһы эшләй, ҡайҙалыр халыҡ үләнде үҙе саба. Һөҙөмтәлә таҙа юл ситтәре һәм йорт яны биләмәләре ауылға йәм өҫтәй һәм именлек бирә.

Пахарь ауылында практикала булған ауыл хужалығы колледжы студенты Александр Пензин тыуған ауыл советына ҙур ярҙам күрһәтә.

Әйткәндәй, йәй башында ауыл советының үҙәк усадьбаһында асфальт япмалы юлдар ремонтланды. Улар хәҙер хәүефһеҙерәк.

Тарихи мираҫты һаҡлау

Һәләк булған яугирҙәргә һәйкәл - һәр биләмәнең йөрәге. Уның хаҡында хәстәрлек күреү Ватаны өсөн ғүмерен биргәндәргә рәхмәт белдереү билдәһе булып тора. Йәйгеһен, ҡоро һәм йылы көндә, уны йүнәтеү менән шөғөлләнергә ваҡыт.

Пахарь ауылында халыҡ иҫтәлекле урындың ҡоймаһын алмаштырырға ҡарар иткән. Эште май айында уҡ башлағандар. «Йәй аҙағына ремонтты тамамларға тырышырбыҙ», - тине Илһам Илдар улы.

Бергәләп эшләгәндә

Донской ауыл советы Бәләбәй районының Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһының республика конкурсында еңеү яулаған өс ауыл биләмәһе иҫәбенә инде.

«Конкурсҡа Подлесная ауылының Үҙәк урамында автомобиль юлын ремонтлау проекты менән сыҡтыҡ, - тип хәбәр итте хакимиәт башлығы Илһам Хөснөтдинов. – ППМИ-ла еңеү - ғәйәт ҙур дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Әҙерлек эшендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла: инициатива төркөмөнә - энергия һәм ныҡышмалылыҡ өсөн; Подлесная ауылы халҡына - йыйылыштарҙа әүҙем ҡатнашҡандары, проектты берлектә финанслағандары һәм ярҙам иткәндәре өсөн; хакимиәт белгестәренә һәм коллегаларыма грамоталы һәм ваҡытында әҙерләнгән конкурс документацияһы өсөн рәхмәт әйткем килә.

Был беҙҙең дөйөм еңеүебеҙ, ул халыҡтың һәм властың бер команда булып  эшләүен, һәр төрлө проблемаларҙың хәл ителеүен раҫлай!».

Ауыл тормошоноң ысын көсө бына ошонан ғибәрәт: бергәләшеп мөһим һәм кәрәкле эштәрҙе башҡара белеү.

Фотолар: И. Хөснөтдинов

 

Нисек йәшәйһең, ауыл? Ауыл халҡының йәйге хәстәрҙәре
Нисек йәшәйһең, ауыл? Ауыл халҡының йәйге хәстәрҙәре
Нисек йәшәйһең, ауыл? Ауыл халҡының йәйге хәстәрҙәре
Нисек йәшәйһең, ауыл? Ауыл халҡының йәйге хәстәрҙәре
Автор:Светлана Шириня
Читайте нас