Ауыл тормошо
8 Июля , 05:00

«Баҫыу көнө-2026»: Шаровканан Владимир Павлов трактор-шоуҙа ҡатнаша

2026 йылдың 9 июленән 11-енә тиклем Башҡортостанда «Баҫыу көнө-2026» агрофорумы уҙғарыла.

«Баҫыу көнө-2026»: Шаровканан Владимир Павлов трактор-шоуҙа ҡатнаша«Баҫыу көнө-2026»: Шаровканан Владимир Павлов трактор-шоуҙа ҡатнаша
«Баҫыу көнө-2026»: Шаровканан Владимир Павлов трактор-шоуҙа ҡатнаша

Күләмле форумды үткәреү урыны итеп Өфө районының Еләкле ялан ауылы янында Башҡорт дәүләт аграр университетының Уҡыу-ғилми үҙәгенең тәжрибә баҫыуҙары һайланған.

Программала – трактор-шоу, дрон-рейсинг, ер һөрөүҙә һәм иң яҡшы агрономға конкурстар...

Сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға үҫемлекселектәге яңы ҡаҙаныштар, илебеҙҙә етештерелгән заманса агротехнологиялар һәм селекция һөҙөмтәләре, ерҙән файҙаланыуҙың инновацион алымдары, шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһының флагман өлгөләре тәҡдим ителәсәк.

Сараға теләгән һәр кем килә ала. Ул асыҡ һауала бер майҙансыҡта үтәсәк һәм ғәҙәттәгесә Башҡортостанда урып-йыйыу эштәренә старт биреләсәк.

Бәләбәй районынан, рәсми делегациянан тыш, форумда Шаровканан 32 йәшлек тракторсы Владимир Данилович Павлов ҡатнаша.

А.А. Гришаниндың крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәткәре трактор-шоуҙа ҡатнаша.

Яҡташыбыҙға уңыштар теләйек!

 

Автор:Любовь Иванова әҙерләне
Читайте нас