Ауыл тормошо
20 Августа , 13:00

Ауыл хәстәрлектәре. «Климат тәҙрәләре» асыҡ

Башҡортостанда 2027 йыл уңышы өсөн ужым культураларын сәсеүгә төштөләр. «Республиканы һәм илде иген менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының маҡсаттарына тап килә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар БР Ауыл хужалығы министрлығында.

Ауыл хәстәрлектәре. «Климат тәҙрәләре» асыҡАуыл хәстәрлектәре. «Климат тәҙрәләре» асыҡ
Ауыл хәстәрлектәре. «Климат тәҙрәләре» асыҡ

Үҫтерелгән уңышты йыйыу дауам итә. Төбәк игенселәре, «климат тәҙрәләре»н ҡулланып, 476 мең гектар иген культураларын йыйып алған. 17 авгусҡа ҡарата 1,5 миллион тонна самаһы иген һуғып алынған, уртаса уңыш гектарынан 32 центнер тәшкил итә.

Ужым иген культуралары сәселгән майҙандарҙың 93 проценты йыйып алынған, 930 мең тонна һуғылған. Уңдырышлылығы – 35,4 ц/га кимәлендә. Яҙғы культуралар 26,7 ц/га уңыш менән 547 мең тонна йыйып алынған, тип хәбәр итте аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

***

Һауа торошоноң боҙолоуы Бәләбәй районында урып-йыйыу эштәренә төҙәтмәләр индерҙе. Ямғырҙар баҫыу эштәренең темпын кәметте. Бөгөн район хужалыҡтары бер үк ваҡытта мал аҙығы әҙерләү, иген культураларын йыйыу һәм ужым культураларын сәсеү менән шөғөлләнә.

«19 авгусҡа яҡынса 524 гектар ужым арышы һәм рапс сәселгән – был әлегә пландың 4,5 проценты. 2027 йылда ужым культуралары майҙаны 11 590 гектар тәшкил итәсәк, – тип хәбәр иттеләр Бәләбәй районы хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәтендә.

Район аграрийҙары ужым иген культураларын урып йыйыуҙы тамамлай: планға ярашлы майҙандарҙың 97 проценты сабылған. Уртаса уңыш 28,26 ц/га булғанда 17 685 тонна һуғылған.

Яҙғы һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу дауам итә: 1 489 гектары  (пландан 11%) сабылған һәм һуғылған, 2 694 т һуғылған, уңдырышлылығы 18 ц/га.

Ерҙә эшләү бер ваҡытта ла еңел түгел, ә бындай һауа шарттарында – айырыуса. Баҫыу эшсәндәренең барыһына ла рәхмәт: киләсәк уңышы һеҙҙең эшегеҙҙән тора!

Автор:
Читайте нас