Ауыл тормошо
24 Августа , 09:00

Максим Горькийҙарҙың матур эштәре

Максим Горький исемендәге совхоз усадьбаһы үҙәге ауылында яҡшы күршелектең ыңғай миҫалы тураһында урындағы хакимиәт башлығы Надежда Красильникова хәбәр итте.

Максим Горькийҙарҙың матур эштәреМаксим Горькийҙарҙың матур эштәре
Максим Горькийҙарҙың матур эштәре

Тыныслыҡ урамындағы 5-се күп фатирлы йортта йәшәүселәр үҙ аҡсаларына ихаталарын төҙөкләндергән. Нигеҙҙе нығытыу маҡсатында йорт тирәләй бетон түшәгәндәр. Эш сифатлы башҡарылған.

– Үҙ ваҡытында күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау төбәк программаһы сиктәрендә был йорттоң ҡыйығы ремонтланды, һуңыраҡ йортта йәшәүселәр электриканы алмаштырҙы, подъезд һәм йорт яны биләмәһе таҙалыҡта һәм тәртиптә тотола. Бына шундай ыңғай миҫалды улар бөтә ауыл халҡына күрһәтә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Надежда Кузьминична.

Фотолар ауыл биләмәһенән

Максим Горькийҙарҙың матур эштәре
Максим Горькийҙарҙың матур эштәре
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас