Ауыл тормошо
29 Августа , 09:00

Шаровкаларҙың татыу командаһы

Алексей Гришаниндың крәҫтиән-фермер хужалығы коллективы «уңыш өсөн алыш»ты  июль аҙағында башланы, 700 гектарҙан ашыу ужым һәм яҙғы бойҙай культуралары урып- йыйып алынды. Әммә алда 1 300 гектар майҙанда арпа, көнбағыш, рапс йыйыу эштәре тора.

Шаровкаларҙың татыу командаһыШаровкаларҙың татыу командаһы
Шаровкаларҙың татыу командаһы

Хужалыҡ башлығы, һауа шарттарын анализлап, күптән киптереү агрегаты алып ҡуйған, был игенде урында киптереү мөмкинлеген бирә.

Комбайндар менән Валентин һәм Владимир Павловтар, Кирилл Гришанин оҫта идара итә. Тракторсылар һәм КамАЗ водителдәре – Вячеслав Фисенко, Константин Григорьев, Рәфис Ғарипов комбайндарҙан хужалыҡ бураларына иген ташый. Гришаниндар ғаиләһенең өлкән улдары Никита Гришанин сабыу эштәре менән идара итә. Шулай, ир-егеттәр бергәләп үҫтерелгән уңышты йыя!

Баҫыуҙарҙан уңыш йыйыу менән бер үк ваҡытта башҡа эштәр ҙә башҡарыла.

Һәр ваҡыт КФХ башлығы Алексей Гришанинға ярҙамға ҡатыны Светлана ашыға – ул үҙенең командаһы менән урып-йыйыуҙа мәшғүл бөтә ир-егеттәрҙе ҡайнар төшкө аш менән тәьмин итә.

«Ҡыҙыу цех» ҡатын-ҡыҙҙары: Надежда Маямсина, Евгения Павлова, Виктория Гришанина, Сусанна Иванова, Олеся Григорьева, Светлана Липовая, Татьяна Шкварчук баҫыуға барып игенселәрҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлайҙар.

Коллективтың берҙәмлеге – теләһә ниндәй һауа шарттарында ла уңыштың йыйып алынып, барлыҡ ҡыр эштәрен яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаясағының  асыҡ билдәһе ул.

Ильмира Ильина, Шаровка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы

 КФХ архивынан фото

Шаровкаларҙың татыу командаһы
Шаровкаларҙың татыу командаһы
Автор:
Читайте нас