

Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан ауылдың Үҙәк усадьбаһында «Самауыр» шишмәһе төҙөкләндерелде һәм самауыр сәйе эсеү менән халыҡ байрамы ойошторолдо.
Ни өсөн «Самауыр»?
Ауылға ингән урында ер аҫтынан урғылған һыу сығанағын халыҡ элек-электән шулай тип йөрөткән. Элек ул күптәр өсөн өй ихтыяждары өсөн берҙән-бер һыу сығанағы булған. Бөтә эштәр «Экология һәм тәбиғәт ресурстары» республика программаһы, «Башҡортостан шишмәләре» проекты һәм «Берҙәм Рәсәй»партияһының халыҡ программаһы сиктәрендә башҡарылған.
- Беҙҙең байрамды Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, Бәләбәй районында «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Ольга Ивлева һәм урындағы халыҡ хупланы, – тип уртаҡлашты Максим Горький ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Надежда Красильникова.
Әйткәндәй, был ауыл биләмәһенең бындай проектта өсөнсө еңеүе.
Элек Утейка ауылында (2018 йыл), Глуховская шифаханаһы ауылында (2019 йыл) шишмәләр төҙөкләндерелгән. Самауыр шишмәһе (2026 йыл) был йәмле исемлектә өсөнсө.
Любовь Иванова. Фотолар МР хакимиәтенән