

Шиғыр донъяһына сум ғына...
Залдың көн темаһына зауыҡлы биҙәлеше, китаптар күргәҙмәһе, сәхнәлә Руфина Петрова апайҙары менән бергә балалар баҡсаһы ҡыҙҙарының бөтөрөлөп "Күбәләк" бейеүенән башланып киткән сара тамашасыларҙы, уҡыусыларҙы әҙәбиәт донъяһына әйҙәне, һүҙ ҡәҙерен, матурлығын тойоуға көйләп ҡуйҙы.
Һүҙ башлап, шағирә, "Бәләбәй хәбәрҙәре" татар газетаһы мөхәррире - әлеге юлдар авторы Зәйфә Сәлихова иң ҡәҙерле ҡиммәттәрҙең береһе – КИТАП, бала саҡтан китап уҡып үҫеүҙең ҡулына ҡәләм тоттороуы тураһында һөйләп, тулҡынланып шиғырҙарын уҡыны.
Ғүмер күпме?
Тик бер генә миҙгел.
Тик бер тапҡыр бирелә кешегә.
Йылы биреп ҡал һин шул миҙгелдә:
– Тыуған ерем, минһеҙ күшекмә!
– Эйе, күренекле шағирыбыҙ Хәсән Туфан менән килешмәй мөмкин түгел: “Ижад – гүзәл ғәм ул, иң юғары дәрәжәләге тынғыһыҙлыҡ. Ижад ике ҡанатлы: яҡшыны иҫбат итеү, яманды инҡар итеү, яҡшылыҡҡа мөхәббәт, яманлыҡҡа нәфрәт ул!" Шиғырҙарым нәҡ бына шул ҡиммәттәр тураһында, тине ул.
Октябрьский ҡунаҡтары
Унан һүҙҙе Туймазы ҡалаһы ҡаршыһындағы "Алтын башаҡ" әҙәби берләшмәһе ижадсылары дауам итте. Уларҙың береһе Бәләбәйҙә йәшәүсе, исеме һәм ижады яҡшы уҡ таныш Рәзилә Игебаева булһа, ҡалғандары Октябрьскийҙан уҡ килгәндәр.
Рәзилә ханым йәш саҡтан уҡ әҙәби ижадта ҡайнай: шиғырҙар, йыр текстары яҙа һәм үҙе үк көйҙәр ижад итә, үҙе үк уларҙы йырлап, тамашасыға еткерә, ҡалала һәм тыуған яғы – Туймазы төбәгендә уҙыусы әҙәби һәм байрам сараларында актив ҡатнаша. Күптән машинаны эйәрләгән ханым, (бик тә мөшкөл Бәләбәй-Мәтәүбаш юлынан да мәктәпкә тиклем ҡунаҡтарҙы бәлә-ҡазаһыҙ алып килде ул), оҙаҡ йылдар "Автонормаль" заводында эшләне, бөгөнгө көндә һөйөклө әсәй һәм өләсәй. Рәзилә ханым үҙе һәм ижады менән таныштырып, шиғырҙарын уҡыны, йырҙарын йырлап, тамашасыларҙың бик йылы ҡабул итеүенә лайыҡ булды.
Октябрьскийҙан килгән ҡәләм эйәһе Фәнүзә Яҡупова – дүрт китап авторы, тыумышы менән Шишмә яҡтарынан. Уға бай тормош һәм хеҙмәт юлы үтергә тура килгән һәм бер ваҡытта ла ижадтан айырылмаған. Ул үҙе менән таныштырып, уңыштары тураһында бәйән итеп, шиғырҙарын уҡыны, ҙур яратыу менән инде мәрхүм атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимерғәли Яҡупов тураһында һөйләне, уның да шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, йырҙар башҡарҙы.
Әлеге әҙәби ижад берләшмәһе ағзаһы, йырсы Фәйрүзә Фәткуллина иһә тамашасыларға йырҙар бүләк итте. Ул Кәлшәле ауылында ғүмер кисерә, хеҙмәт стажы 40 йылға яҡын.
Күрше районда, Октябрьскийҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең Мәтәүбашҡа килеүе, үҙҙәре менән таныштырыуы, ижад емештәрен бүләк итеүе – традицияға әйләнергә мөмкин булған матур күренеш.
"Беҙҙең девиз – ҡартлыҡты ҡыуып йәшәргә тырышабыҙ", – ти Фәнүзә Тимерғәли ҡыҙы. Һәм улар сығыштары менән быны асыҡ күрһәттеләр.
Нәҫел ағасыңды беләһеңме?
Октябрьскийҙан килгән тағы бер ҡунаҡ – Фәрит Сәйфуллин сығыш яһауы менән залда ултырғандарҙы, моғайын, уйға һалғандыр. Күп йылдар етәксе урындарҙа хеҙмәт һалған Фәрит Миндияр улы тарих, үҙ нәҫел - нәсәбе менән тәрәндән ҡыҙыҡһыныусы булараҡ, бик мөһим һәм һауаплы эш башҡарған – архивтарҙа ултырып, өйрәнеп, үҙ нәҫел ағасын - шәжәрәһен (14 быуын) төҙөгән һәм туғандарының – Сағаҙай ауылынан башланып киткән Ғәбйәлиловтар нәҫеленең Өфө, Ҡаҙан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына һ.б. таралыуын белгән – биш меңдән артыҡ(!) туғандарын тапҡан. Ғәйәт ҙур, иҫ киткес хеҙмәт! Фәрит Миндияр улы, һәр кеше үҙ нәҫеленең ете быуынын белергә тейеш, тип иҫәпләй һәм ул хаҡлы. Әйткәндәй, Мәтәүбаш ауылында гөрләп һабантуйҙар үткән саҡтарҙа ауылдың 350 йыллығы уңайы менән ҙур шәжәрә байрамы уҙғарылғайны. Ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы һәм биш шәжәрә-нәҫел ағасы вәкилдәре үҙ ғаилә тарихтары менән таныштырғайны.
Быйыл Башҡортостанда "Шәжәрә байрамы" халыҡ байрамы уҙғарыу тураһында республика Хөкүмәтенең ҡарар ҡабул итеүенә 20 йыл тулды (2006 йыл, май). Был йылдар эсендә Бәләбәй муниципаль районында Шәжәрә байрамдары байтаҡ уҙғарылды. Ғаилә яҙмышында ил яҙмышы сағыла, ата-бабаларыбыҙҙың ниндәй булыуын, нисек йәшәүен өйрәнеүҙе дауам итеү – изге бурысыбыҙ.
Моңдан ғына тора ауыл халҡым
Әлбиттә, сара ҡунаҡтарҙы тыңлау, уларҙың ижадын ишетеү менән генә сикләнмәне. Теләһә ниндәй ҙур сәхнәләрҙе биҙәрлек оҫта гармунсыларыбыҙ 85 йәшлек Мәғҙән Ғәлимуллин менән 75 йәшлек Марат Шәймөхәмәтов нисегерәк итеп йән дуҫтары – гармундарҙа уйнанылар. Көмөш телле гармун тауышы үҙе; берсә лирик, берсә дәртле көйҙәр һоҡландырҙы, сихырланы, әллә нишләтте. Ә инде бейеү көйҙәре башланғас, күптәр... бейергә төштө! Йылдар, көндәр буйы эш-мәшәҡәттәр тип йүгергән, тыпырҙаған, һыҙлаған аяҡтарҙың худтары бар әле, бар! Нисегерәк баҫа йәше-ҡарты!
Хаҡлы ялдағы хөрмәтле уҡытыусылар, ғүмер буйы моңдары менән ауыл халҡы күңелен иркәләгән-байытҡан йырсылар Ғәбиҙә Йәркәева менән Найлә Ғәлимуллинаны тамашасылар һорап йырлаттылар. Бына кемдәрҙә ул йөрәк моңо! Ә йырҙары һуң – затлы, кер ҡунмай, төҫһөҙләнмәй торған мәңгелек йырҙар.
Мәктәп уҡытыусыһы Миниханов Виталийҙың гитараһына ҡушылып, “Как здорово, что все мы здесь сегодня собрались!" йырын башҡарыуы бөгөнгө бергәлектең, яҡынлыҡтың асылын тағы ла тәрәнерәк асып һалды. Сараға махсус ҡайтҡан ауылыбыҙ ҡыҙы, нәфис һүҙ оҫтаһы Ғәлиә Әхмәтшинаның "Татар моңо йәшәй" шиғырын яттан уҡыуы, беренсенән, туған телдең ниндәй матур, бай, моңло булыуына һоҡландырһа, икенсенән, бар гармундарға мәҙхиә булып яңғыраны. Эйе, моңдан ғына, йырҙан ғына тора ауылым.
Һуңғы һүҙ урынына
Ауыл биләмәһе башлығы Игорь Владимирович Борисов килгән ҡунаҡтарға, сараны ойоштороуға үҙ тырышлығын ҡуйған һәр кемгә рәхмәт белдереп, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ҡайҙа йәшәһә лә, ниндәй милләттән булһа ла, халҡыбыҙҙың талантлы, егәрле, матур булыуына һоҡланыуын еткерҙе. Әйткәндәй, китапханасы Руфина Рәшит ҡыҙы ойошторған беренсе әҙәби сара был, һәм һуңғыһы булмаҫ тип өмөт итәйек. Ә яҡшы бейеүсе булараҡ ауылда ул үҙен танытҡан да инде.
Ауылдың мәҙәни тормошонда бер күңелле ваҡиға булып ҡалды Әҙәбиәт байрамы, күршеләребеҙ ижадсылары менән осрашыу. Йәй буйы ауыл халҡы хеҙмәттә ҡайнаны – үҙ хужалыҡтарын тәртиптә тотоу менән генә сикләнмәне, күп тапҡырҙар зыяратта, мәсеттә өмәләр уҙғарҙы, Дан паркын йыйыштырып торҙо. Әйткәндәй, 10 октябрҙә Аҡҡайын ауылы кешеләре – мари дуҫтарыбыҙ ҙа, мәтәүбаштар ҙа үҙ зыяраттарын тәртипкә килтереү өсөн көҙгө өмәләр ойошторҙолар.
Эштәр бер ҡәҙәр еңеләйгәс, бына ошондай саралар ойоштороу бик кәрәк һәм ваҡытлы. Килешмәүселәр ҙә булыр, әммә Интернет, телефон бергә аралашыуҙы, күңелдәр яҡынлығын, бер-береңә йылмайыуҙы, хәлдәр һорашыуҙы, әҙәби һүҙ көсөн бер нисек тә алмаштыра алмай.