Башҡорт донъяһы
3 Июня 2022, 07:00

Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы

  Ҡайта беҙгә йылдар аша, Ҡайта беҙгә изге йолалар. Йыр-бейеүҙәр йыя халыҡты, Байрам итә бөгөн балалар.

Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамыБаймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы

Июнь айының  беренсе көндәрендә  Баймырҙа  халҡы Түңәрәк болонда  «Ҡарға бутҡаһы» байрамына йыйылды. Милли кейем кейгән балалар халыҡтан һөт, май, ҡаймаҡ, табикмәк, йомортҡа, төрлө ярма алып килде. Ҙур ҡаҙанда тәмле бутҡа бешерелде, самауырҙар ҡайнаны.

Ермолкин ауыл биләмәһе китапханасыһы Сания Наил ҡыҙы балаларға  байрам тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе, халыҡтың йола байрамдары хаҡында һөйләне. Ҡоштар тураһында әйтемдәр, йомаҡтарҙы иҫкә төшөрҙөләр. Балалар  «Тирмә», «Йәшерәм яулыҡ» милли уйындарын уйнаны. Шулай уҡ төрлө ярыштарҙа бик әүҙем булдылар. Тәмле бутҡа ашап, самауыр сәйе эскәс, балалар ҡалған бутҡаны ҡоштарға ла һалып ҡалдырҙылар, теләк теләнеләр:

Ҡарғаларға ем булһын да,

 Баҫыуҙа иген уңһын.

 Бура иген менән тулһын,

 Икмәгебеҙ күп булһын.

 Байрамды ойоштороп үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙ  Кәримә Ҡаһирова, Лира Фәхертдинова, Илзирә Ҡаһирова, Рәшиҙә Әхмәтшинаға, шулай уҡ балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйлаған Илмир Ҡаһиров менән Илшат Байтимировҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, илебеҙгә именлек теләйбеҙ.

Әсмә Әхтәриева

 

 

Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Баймырҙала «Ҡарға бутҡаһы» байрамы
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас