Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
30 Июль 2022, 18:00

Иң оҫтаһы кем булыр?

Баймаҡ районы йәмле Граф күле янында "Башкорт аты" фестивале дауам итә.

Иң оҫтаһы кем булыр?
Иң оҫтаһы кем булыр?

Сара сиктәрендә художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк -ярағы һәм ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнаша. Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе - Рәмил Әлмөхәмәтов. Ул Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. Йылҡысылыҡ менән күптән шөғөлләнә, һунарсы ла. Конкурсҡа ул ат сбруйҙары, үҙе эшләгән һунар, тарантас, кашауай саналары алып килгән. -Сананың табанына йүкә ағасын ҡулландым. Һунар санаһын ҡыш көнө һунарға ҡулланам, ат көткәс көндәлек хужалыҡта башҡа саналар ҡулланыла. Шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк -яраҡтарҙы ла үҙем эшләйем. Ейәнем Мирйән дә ярҙамлаша, - ти Рәмил Оморҙаҡ улы. Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Кәрим Мостафин йүгәнгә биҙәүестәр һуға, шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк -яраҡтарын заказ буйынса етештерә. Майҙанда төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ҡул эштәре, ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмәләре урын алған. Баһалама ағзалары конкурстанттарҙың эшен баһалап, иң-иң оҫталарҙы билдәләйәсәк. Кәримә Усманова.

Автор фотолары

Эксперт: Министерства и ведомства

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2022-07-30/i-o-ta-y-kem-bulyr-2892091

Теги:bashhorsefest

Автор:
Читайте нас: