Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
31 Июль 2022, 15:00

«Башҡорт аты» фестиваленең төп бүләге – автомобиль кемгә эләкте?

Баймаҡ районының Граф күле янында «Башҡорт аты» фестивале тамамланды.

«Башҡорт аты» фестиваленең төп бүләге – автомобиль кемгә эләкте?
«Башҡорт аты» фестиваленең төп бүләге – автомобиль кемгә эләкте?

Сара республика башлығының 2022 йылдың 24 майындағы «Башҡорт аты»  фестивален үткәреү тураһындағы 242-се указына ярашлы уҙғарылды. Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостандың Мәҙәниәт, Ауыл хужалығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Баймаҡ районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Мәргән уҡсы» ойошмаһы һ.б.

Ниһайәт, тулҡынландырғыс минуттар артта ҡалды! «Оҙон бәйге» бөтә тоҡомло аттар ярышында 14 саҡрымдағы (8 түңәрәк) араны иң беренселәрҙән булып эшҡыуар Алмас Шөғөровтың аты килде. Турысай ҡушаматлы ат өҫтөндә жокей Сергей Айсенов Турысайға хатта ултырып түгел, ә һыбай сапты. Еңеүсегә төп бүләкте «Лада Гранта» автомобиленә сертификат  һәм дипломды Республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Алмас Шөғөров – Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан. Ул үҙ хужалығында ат спортын үҫтереү йүнәлешен үҙ иткән. Уның тәрбиәләгән арғымаҡтары Рәсәй кимәлендә генә түгел, хатта халыҡ-ара ярыштарҙа ла еңеү яулай.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов.

Автор:Карима Усманова

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-07-30/t-p-b-l-k-avtomobil-kemg-el-kte-2893150

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: