Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
8 Октябрь 2022, 13:00

Мифтахетдин Аҡмулла тураһында спектаклдең премьераһы була

13 октябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда «Аҡмулла» спектакленең премьераһы була.

Мифтахетдин Аҡмулла тураһында спектаклдең премьераһы була
Мифтахетдин Аҡмулла тураһында спектаклдең премьераһы була

Сценарий авторы – «Табын» башҡорт халыҡ ижады коллективы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов.

Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был спектаклдә бөйөк шағир, дин белгесе, мәғрифәтсе, башҡорт халҡының бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың ғүмер юлы күрһәтелә. Уның тормошо ауыр булһа ла, был уға тарихта яҡты эҙ ҡалдырырға ҡамасауламаған.

– Мифтахетдин Аҡмулла иҫ киткес талантлы булған. Ҡурайҙа, думбырала уйнаған, көслө көрәшсе булараҡ дан ҡаҙанған, бер нисә телде белгән. Тамашасылар Аҡмулла шәхесенең яңы сифаттарын асыр тип ышанабыҙ, – ти Илнур Лоҡманов.

Ролдәрҙе башҡаралар: Мифтахетдин Аҡмулла – Айса Ейәнбаев, Илнар Мөхәмәтйәнов, Камалетдин хәҙрәт – Илмир Аҡбашев, Өммөгөлсөм – Зөлфирә Баймырҙина, Сәлимә – Гөлсәсәк Ғәйнуллина, Талип – Әлфинә Әйүпова,Ян де Фонише  – Фәдис Ғәниев, Ғөбәйҙулла Солтан Жангиров –Инйәр Ишмырҙин.

Спектакль киске сәғәт 6-ла башлана. Адресы: Кустарная урамы, 17. Билеттарҙы Пушкин картаһы буйынса алырға мөмкин.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: