Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2022, 15:05

Башҡорт теле көнөндә Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырылды

Бөгөн, 14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы указына ярашлы 2019 йылдан билдәләнгән Башҡорт теле көнөндә, Радий Хәбиров Өфөлә башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскәләр һалды.

Башҡорт теле көнөндә Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырылды
Башҡорт теле көнөндә Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырылды

Башҡорт теле көнө Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләнә, шағир үҙенең ижадында халҡын аң-белемгә, яҡтылыҡҡа әйҙәй. Уның милли шиғриәткә һәм әҙәбиәткә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

«Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле коллегалар! Башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайым. Был байрам күптән түгел булдырылды, өс-дүрт йыл элек. Әммә был көн - беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға. Барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, башҡорт теле, милләт теле, туған тел - халҡыбыҙҙың мөһим байлығы. 

Был көн эсендәге төрлө сараларҙа, башҡа дәүләт программалары сиктәрендә күп эштәр башҡарабыҙ, сөнки башҡорт телен һаҡларға, үҫтерергә кәрәк. Башҡорт телен өйрәнеү модала булырға тейеш, тип әйтергә теләйем. Барығыҙҙы ла ошо байрам менән ҡотлайым. Хәтерегеҙгә төшөрәм, бөгөн - бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Уның «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән һүҙҙәре бөгөн дә бик мөһим. Дуҫтар, барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм уңыштар теләйем!», - тине Радий Хәбиров. 

Республика етәксеһе 2006 йылда булдырылған Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырҙы. Ул Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттарына йыл һайын тәғәйенләнә. Исемле стипендияға Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Сюзанна Аракелян, Айгүзәл Мортаева һәм Юлиә Бураҡова лайыҡ булды.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия күләме урта махсус уҡыу йорттарында - 600 һум, юғары уҡыу йорттарында 1200 һум тәшкил итә. Киләһе йылдан уның күләме 5000 һум була, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас: