Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Декабрь 2022, 19:25

Башҡорт теле көнөндә бүләкләнеләр

Башҡорт теле көнө алдынан республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы «Рәхмәтем - башҡорт теле уҡытыусыһына!» акцияһында 10 еңеүсене билдәләү маҡсатында онлайн-тауыш биреү ойошторҙо.

Башҡорт теле көнөндә бүләкләнеләр
Башҡорт теле көнөндә бүләкләнеләр

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан концерт залында ошо еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Бүләкләнеүселәр араһында Приют ҡасабаһы 7-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы Закирова ла булды. Беҙҙең Бәләбәй районының танылған уҡытыусыһына Диплом һәм аҡсалата бүләк тапшырылды. Ҡотлайбыҙ! Артабан да уға еңел булмаған, әммә бик кәрәкле эшендә тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Зөлфиә Ғарифуллина

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: