Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Декабрь 2022, 11:00

«Ҡыҙыл паша» сәхнәгә ҡайтты

Ә тәүге тамашасылары Кәрим Хәкимовтың яҡташтары – бишбүләктәр булды.

«Ҡыҙыл паша» сәхнәгә ҡайтты
«Ҡыҙыл паша» сәхнәгә ҡайтты

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры билдәле дәүләт эшмәкәре, дипломат, сәйәси золом ҡорбаны Кәрим Хәкимов тураһында спектакль сығарҙы.   

Бишбүләк районы халҡы тәүгеләрҙән булып легендар шәхестең тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы тергеҙелгән спектаклгә тамаша ҡылды. Премьера совет дипломатының тыуған төйәгендә үтте. Ә Өфө тамашасыһы уны февралдә ҡарай ала.

Был спектакль 1980 йылдарҙа уҡ театр репертуарында ине. Пьесаның авторы - Нәжиб Асанбаев, спектаклдең режиссеры Лек Вәлиев һәм төп ролде башҡарыусы Әхтәм Абушахманов Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булды. Театр коллективы спектаклде сәхнәгә кире ҡайтарыу өсөн күп көс түкте – 30 йыл эсендә Кәрим Хәкимовтың биографияһындағы яңы факттар билдәле булды. Яңыртылған тамаша авторҙары уның тыуған төйәгендә булып, тарихи материалдарға һәм архив документтарына анализ яһаған.

Был - һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда барған тарихи исемдәрҙе ҡайтарыу буйынса ҙур эштең бер өлөшө генә. Республика артабан да яҡташтарының биографияһын өйрәнеүҙе, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүҙе һәм улар хаҡында халыҡҡа һөйләүҙе дауам итәсәк.

 

Автор:
Читайте нас: