Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
28 Декабрь 2022, 11:00

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023» саҡыра!

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023» асыҡ республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Конкурс әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен булдырыу, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023» саҡыра!
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2023» саҡыра!

Конкурста башҡорт телендә һөйләшкән, законлы никахта торған, Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнаша ала. 

Беренсе (зона) этаптың конкурс эштәре:

- «Ғаиләнең визит карточкаһы» (видеоролик йәки презентация);

- «Ғаилә ырыуы тарихы» («Шәжәрә» ағасын күрһәтеү);

- «Ғаилә байрамы» (ижади конкурс).

Ғаризалар (ғариза, анкета һәм видеоролик) Туймазы, Күмертау, Салауат, Өфө, Нефтекама, Сибай ҡалалары, Дыуан һәм Тәтешле райондары үҙәгендә билдәләнгән һигеҙ зона буйынса ҡабул ителә.

Дәғүәселәрҙе һайлап алыуҙың зона этабы 10 февралгә тиклем уҙа. Республика этабы февраль аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙең исеме 1 мартта Стәрлетамаҡта Башҡорт ғаиләһе көнөндә үтәсәк финалда иғлан ителәсәк.

Асыҡ конкурсты ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай.

Автор:
Читайте нас: