Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Ғинуар 2023, 13:00

Күршеләр башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

Бишбүләк районының Аҙнай ауылынан Илшат Миhранов үҙен йылҡы үрсетеүҙә һынап ҡарарға булған.

Күршеләр башҡорт тоҡомло аттар үрсетә
Күршеләр башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

– Ауыл хеҙмәтенә мине ата-әсәйем бала саҡтан өйрәтте. 2010 йылда үҙем өсөн эшләй башларға кәрәк, тигән уй тыуҙы. Көсөмдө ат үрсетеүҙә һынап ҡарарға булдым, — ти ул. – Башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетә башланым. Беҙҙең Дим төйәгендә ҡыш бик ҡарлы түгел. Бында борон-борондан беҙҙең ата-бабаларыбыҙ аттарҙы ҡышҡыһын аҙбарҙа аҫрамаған, ә йыл әйләнәһенә тибендә йөрөткән. Шуға күрә аҙыҡ менән проблема үҙенән-үҙе хәл ителгән.  Аттарҙы бала саҡтан уҡ яратам. Олатайым менән атайымдың ишек алдында һәр ваҡыт яҡшы аттар булды.

Илшат Миhрановтың күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға «Агростартап» дәүләт ярҙамы программаһы ярҙам иткән. Эш башлаусы фермерға бизнес-план төҙөргә «Бишбүләк» мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре ярҙам иткән. Ул республика Ауыл хужалығы министрлығында конкурс һайлап алыуын уңышлы уҙған. Айырым грантҡа башҡорт тоҡомло аттар һәм тракторға тағылмалар  (бесән сапҡыс, прессйыйғыс hәм төйәгес) һатып алынған.

– Өйөрҙә 39 ат бар, уларҙың башлығы Гора ҡушаматлы айғыр, – тип дауам итә Илшат Ғәбделмәжит улы. – Шуларҙың 17-һе – йәш ат. Улар барыһы ла яҡшы йылытылған ат аҙбарында hәм утарҙа тора. Йәйгеһен атайым һәм эшселәр менән етерлек аҙыҡ: 350 төргәк бесән hәм 300 төргәк һалам әҙерләнек. Хужалыҡҡа 16 гектар бесәнлек hәм 120 гектар көтөүлек беркетелгән. Тибендә йөрөтөү тураһында әлегә уйламайбыҙ. Әгәр сыҡһаҡ та, Гора өйөрҙө йөрөтәсәк, ҡар әлегә әҙерәк, уҙған йылғы үләндәр күберәк булған урынға алып барасаҡ. Хужалыҡта ике эш урыны булдырылды. Теләһә ниндәй эште башлау ауыр, әммә кyршеләр - крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары Азат Минәхмәтов, Рәфил Арыҫланов, Фидан Ситдиҡов hәм Николай Коваленко hәр ваҡыт ярҙам итергә әҙерҙәр. Район хакимиәте ауыл хужалығы идараһы менән даими консультациялары, кәңәштәре менән ярҙам итеп тора. Бының өсөн уларға бик ҙур рәхмәт. Кескәй ярҙамсыларым да үҫеп килә. Ат ҡарауҙа минең уң ҡулым 15 йәшлек Инсаф улым бар. Атта 12 йәшлек ҡыҙым София менән биш йәшлек Сәлим атланып йөрөй ала.

Уҙған йыл аҙағында яңы йылҡы фермаһына БР Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы эш сәфәре менән килгән. Һәм ул Илшат Миhрановтың крәҫтиән (фермер) хужалығы эшенә ҡәнәғәтләнерлек тигән баһа биргән.

Сығанаҡ: «Дим буйҙары»ның «Бәйләнештә» бите

 

 

Автор:
Читайте нас: