Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
8 Февраль 2023, 13:00

Башлыҡ менән рәйес ни хаҡта һөйләшкәндәр?

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашты.  Ул ойошмаға уҙған йыл аҙағында етәкселек итә башланы.

Башлыҡ менән рәйес ни хаҡта һөйләшкәндәр?
Башлыҡ менән рәйес ни хаҡта һөйләшкәндәр?

Осрашыуҙа башҡорт әҙәбиәтен үҫтереү, авторҙарға һәм нәшриәт эшмәкәрлегенә ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелгән. Айгиз Баймөхәмәтов әйтеүенсә, Яҙыусылар союзы 300-ҙән ашыу прозаикты, шағирҙы, драматургты туплап тора. 2024 йылда ойошма 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Башҡортостан Башлығы, республика Союз эшмәкәрлегенә, шулай уҡ авторҙарҙың ижади башланғыстарына һәм проекттарына булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.

– Айгиз Ғиззәт улы, һеҙҙе яңы вазифағыҙ менән ҡотлайым. Башҡортостан Яҙыусылар союзының бик абруйлы ойошма икәнен беләм. Беҙҙең һүҙ оҫталары йәмғиәткә әҙәп, әхлаҡ ҡағиҙәләрен еткерә, илһөйәрлек һәм традицион ҡиммәттәргә хөрмәт тәрбиәләй, – тине Радий Хәбиров. Ике йыл элек яҙыусылар менән осрашҡайныҡ. Ҡайһы бер йөкләмәләр үтәлгән, бәғзеләрен тормошҡа ашырыу бара. Улар тураһында ентекләп фекер алышырға тәҡдим итәм.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе ойошма эшенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Улар араһында – башҡорт авторҙары әҫәрҙәрен, уҡыу мәҙәниәтен популярлаштырыу, ижади саралар - конкурстар, фестивалдәр һәм күргәҙмәләр үткәреү.

Айгиз Баймөхәмәтов билдәләүенсә, Яҙыусылар союзы идараһы XIX быуат архитектураһы һәм тарихы ҡомартҡыһы булып торған Поликарпов йортонда урынлашҡан, бинаға ярайһы ремонт кәрәк. Республика етәксеһе быйыл бинала ремонт эштәрен башларға, ә киләсәктә был урында әҙәбиәтселәр өсөн заманса ижади майҙан булдырыу бурысын йөкмәтте.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/

 

Автор:
Читайте нас: