Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Февраль 2023, 13:00

Мортаза Рәхимовтың исеме мәңгеләштерелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күренекле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, республиканың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Мортаза Рәхимовтың исеме мәңгеләштерелә
Мортаза Рәхимовтың исеме мәңгеләштерелә

Уның исеме 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатына һәм Мораҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһына биреләсәк.

Бынан тыш, республика Хөкүмәте республика белем биреү учреждениеларының береһенә Мортаза Рәхимовтың исемен биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш, ә Өфө хакимиәте – баш ҡала үҙәк урамдарының береһенә.

Өфөлә шулай уҡ Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәл һәм Мортаза Рәхимов йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ, ә уның тыуған ауылында - Күгәрсен районы Тәүәкәндә музей барлыҡҡа киләсәк.

Республиканың Милли музейында республиканың беренсе Президенты эшмәкәрлеге тураһында материалдар йыйыу, ә Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан уның тураһында биографик энциклопедия сығарыу башлана.

Автор:
Читайте нас: