Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
16 Февраль 2023, 15:00

«Туған тел» иленә сәйәхәт

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел  көнө. Тел – халыҡтың рухи байлығына асҡыс, үткәне менән киләсәкте бәйләр күпер. «Теле барҙың – иле бар» тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ.

«Туған тел» иленә сәйәхәт
«Туған тел» иленә сәйәхәт

Сания Наил ҡыҙы  2-4 класс уҡыусыларын Ермолкин ауыл биләмәһе китапханаһына туған тел көнөнә бағышланған сараға саҡырҙы.

Уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, тел тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, йомаҡтарға яуап эҙләнеләр. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының өҫ кейеме, биҙәүестәре тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирелде. Башҡорт, рус халыҡ уйындарын бергәләп уйнанылар. «Тел – халыҡ күңеле» тип аталған күргәҙмә лә ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар  туған телде һаҡлауҙа халыҡ ижадының ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын белделәр. Уҡыусылар өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм бай эстәлекле сара булды.

Әсмә Әхтәриева

#ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө                               

Автор:
Читайте нас: