Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Февраль 2023, 13:00

Шәп килендәр! Һеҙҙе конкурста ҡатнашырға саҡыралар!

«Йәш килен» республика конкурсында милли ғаилә традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлау маҡсатында ойошторола.

Шәп килендәр! Һеҙҙе конкурста ҡатнашырға саҡыралар!
Шәп килендәр! Һеҙҙе конкурста ҡатнашырға саҡыралар!

Башҡорт ҡатындары араһында уҙғарылған «Йәш килен» республика этноконкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Конкурста Башҡортостан Республикаһы төбәктәренән һәм Рәсәй Федерацияһынан башҡорт телендә йәки үҙ диалектында аралашҡан, халҡының йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәтен, үҙенең һәм иренең шәжәрәһен, милли аш-һыуын, ата-бабаларының кәсептәрен белгән 35 йәшкә тиклемге килендәр ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы 2023 йылдың 18 февраленән 1 мартына тиклем электрон почтаға ([email protected]) ебәрергә.

Беренсе һайлап алыу туры ҡатнашыусыларҙың ғаризаларына ярашлы видеоматериалдар буйынса 2023 йылдың 10 мартына тиклем үтә (фидеояҙмаларҙы [email protected] электрон адресына ебәрергә).

Икенсе, һуңғы, туры 2023 йылдың 17-18 мартында Балтас районының Иҫке Балтас ауылында үтәсәк.

Сара сиктәрендә халыҡ ижады йолалары һәм жанрҙары буйынса ижади лаборатория һәм оҫталыҡ дәрестәре, фольклор коллективтары етәкселәре өсөн түңәрәк өҫтәл, һандыҡтар күргәҙмә-йәрминкәһе, башҡорт килендәренең конкурс-концерты, «Килен сәйе» конкурс-презентацияһы уҙасаҡ.

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы хакимиәте.

https://shonkar.com

Автор:
Читайте нас: