Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Март 2023, 17:00

«Йәш килен» республика этноконкурсы башлана

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда «Йәш килен» республика этноконкурсы башлана.

«Йәш килен» республика этноконкурсы башлана
«Йәш килен» республика этноконкурсы башлана

«Йәш килен» республика этноконкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү бара. Конкурс милли ғаилә традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға, никах һәм ғаилә институтына, ғаилә мәҙәниәте нигеҙҙәренә ыңғай мөнәсәбәт тәрбиәләүгә, әсә, ҡатын, йәш әсә образын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Конкурста Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән башҡорт телен йәки үҙ диалектын, үҙ халҡының йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, шәжәрәһен, милли аш-һыуын белгән 35 йәшкә тиклемге килендәр ҡатнашырға мөмкин.

Тәүге һайлап алыу туры 10 мартҡа тиклем булһа, икенсе һуңғы тур 17-18 мартта Балтас районының Иҫке Балтас ауылы Мәҙәниәт һарайында үткәрелә.

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Балтас районы хакимиәте.

Автор:
Читайте нас: