Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Март 2023, 11:00

«Бураҡаева уҡыуҙары» видеояҙмалар көтә

Яҙыусы һәм педагог, йәмәғәт эшмәкәре, «Тормош һабаҡтары» дәреслеген, «Йәйләү» лагеры программаһын төҙөгән Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваға 2023 йылдың 27 мартында 80 йәш тула. Ошо уңайҙан уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн «Бураҡаева уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелә.

«Бураҡаева уҡыуҙары» видеояҙмалар көтә
«Бураҡаева уҡыуҙары» видеояҙмалар көтә

Ул ике этаптан торасаҡ. Тәүгеһенә - ситтән тороп үткәрелгәненә ғаризалар 18 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Унда Мәрйәм Бураҡаеваның ижадын, халыҡ педагогикаһын ҡулланып үткәргән дәрестең видеояҙмаһын ебәрергә кәрәк. 

Икенсе этап иһә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһында уҙасаҡ. Коференцияла ҡатнашырға теләүселәр сығыштарының тезистарын ебәрергә тейеш.

 Фото: yandex.ru.

 

Автор:
Читайте нас: