Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
22 Март 2023, 13:00

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант өсөн иң яҡшы тексҡа конкурс иғлан ителде

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәреү өсөн текстар конкурсының башланыуын иғлан итте.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант өсөн иң яҡшы тексҡа конкурс иғлан ителде
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант өсөн иң яҡшы тексҡа конкурс иғлан ителде

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурсҡа өс йүнәлеш буйынса текстар ҡабул ителә:

- башҡортса иркен аралашҡандар өсөн (220 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — Башҡортостанда Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр йылына арналған текст;

- башҡорт телен өйрәнә башлағандар өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған текст;

- башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр өсөн (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына арналған текст.

Тексты [email protected] электрон почтаһына 3 апрелгә төнгө сәғәт 11-гә тиклем ебәрергә кәрәк.

Һәр йүнәлеш буйынса ойоштороу комитеты еңеүсене билдәләй, улар өсөн 5 мең һумлыҡ бүләктәр ҡаралған.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: