Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
29 Июнь 2023, 13:00

Башҡорт әҙәбиәтендә белорус тематикаһы

Милли әҙәбиәт музейы филиалы – М. Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында асылған яңы күргәҙмә шулай тип атала.

Башҡорт әҙәбиәтендә белорус тематикаһы
Башҡорт әҙәбиәтендә белорус тематикаһы

Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре халыҡ-ара форумына арналған күргәҙмә башҡорт һәм белорус әҙиптәре дуҫлығын сағылдыра. Тарихтан билдәле булыуынса, ике халыҡтың әҙәби бәйләнештәре уҙған быуаттың 30-сы йылдарына барып тоташа. Тап ошо осорҙа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре белорус теленә тәржемә ителә башлай.

1936 йылда башҡорт яҙыусылары Белоруссияла үткән СССР яҙыусылары пленумында ҡатнашҡас, белорус баҫмалары башҡорт әҙиптәре тураһында материалдар әҙерләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был дуҫлыҡ артабан нығый.

Күргәҙмәнең әҙәбиәт һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын иҫәпкә алып, ойоштороусылар уны күсмә итергә ниәтләй. Яңы уҡыу йылы башланыу менән экспозиция республика мәктәптәре уҡыусыларына тәҡдим ителәсәк.

Башньюс

Автор:
Читайте нас: