Гастрономия фестивален «Глуховская» шифаханаһының баш табибы Илдус Фархшатов ойошторған. Сәләмәт туҡланыу, шифалы эсемлек яһау традициялары мәҙәниәтен һәм һаҡлау мөһимлеген билдәләй ул.
Билдәле булыуынса, федераль шифаханала пациенттарҙы һауыҡтырыуҙың мөһим факторҙарының береһе – башҡорт эсемлеге.
Сарала Бәләбәй, Дәүләкән, Әлшәй, Шишмә райондарынан ҡымыҙ бешеүселәр командалары, ауыл кешеләре, ял итеүселәр, ҡунаҡтар ҡатнашты. Уларҙы Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев сәләмләне. Ул шифахана хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы наградалар тапшырҙы.
Ҙур программала ҡымыҙ бешеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ҡымыҙ тәмләп ҡарау, ҡымыҙ, башҡа тауарҙар һатыу йәрминкәһе ойошторолдо.
Байрам ҡунаҡтары ҡымыҙ тәмләп ҡаранылар, былауҙан, һурпанан, йылҡы, һыйыр, һарыҡ иттәренән ауыҙ иттеләр, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артистары әҙерләгән бай концерт программаһын ҡаранылар.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса, конкурс жюрийы ете ҡымыҙ бешеүсенән еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы билдәләне.
Светлана Шириня.
Елена Петрова фотолары