Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Июль 2023, 12:00

Салауат Юлаевтың тыуған ерендә тарихи-этнографик ауыл төҙөлә

«Салауат ере» тип аталасаҡ мемориаль комплекс «Янғантау» геопаркы тарафынан ғәмәлгә ашырыла.

Салауат Юлаевтың тыуған ерендә тарихи-этнографик ауыл төҙөлә
Салауат Юлаевтың тыуған ерендә тарихи-этнографик ауыл төҙөлә

Ошо маҡсатта республика бюджетынан сығымдар бүленгән. Объекттың хаҡы 128 млн һумға баһалана. Шул уҡ ваҡытта урындағы тәбиғәт зыян күрмәйәсәк, сөнки ҙур биналар төҙөү ҡаралмаған.

Был халыҡ хәтерендә мәңге ҡалған ауылдар исемлегенең бер нисәүһе генә. Ер менән тигеҙләнһә лә, гүзәл тәбиғәтле Тәкәй ауылын – милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ерен күрергә барыусылар бермә-бер арта.

Башҡорт халҡының мәҙәни кодына әүерелгән батыр исеме мәңгеләштерелә. «Янғантау» геопаркына ҡараған Тәкәй ауылы урынында «Салауат иле» тарихи-мемориаль комплексы барлыҡҡа киләсәк. 4 гектар ярымдан ашыу биләмәлә архитектура һәм дизайны буйынса уникаль, заманса парк ҡалҡып сығасаҡ.

Тәкәй ауылы урынындағы тәүге стелалар 90-сы йылдарҙа ҡуйылған, 2017 йылда урындағы халыҡ көсө менән таш тирмә төҙөлә. Әйткәндәй, уның буйынса имеш-мимештәр ысынбарлыҡҡа тура килмәй, тип белдерә геопарк директоры.

«Салауат ере» комплексы картала бер нөктә генә түгел, ә кешеләрҙе йәлеп итеүсе урынға әйләнәсәк. Парк концепцияһы ғалимдар һәм фольклорсылар менән Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» әҫәренә нигеҙләнеп эшләнгән. Ул милли батырҙың тормош юлы, ижадын сағылдырыусы ете үҙәнде үҙ эсенә ала. Һары Ҡондоҙ йылғаһы буйында төҙөлөш эштәре башланыу алдында.

49 бәләкәй архитектура объекттары, амфитеатрҙы үҙ эсенә алған комплекс шағир-импровизаторҙың шиғырҙары менән биҙәләсәк. Эшселәр төҙөлөштөң 80 процентын 1 декабргә тиклем тамамларға иҫәп тота. Ә инде киләһе йыл, Салауат Юлаевтың 270 йыллығына парк сафҡа инер тип күҙаллана. Йыл һайын 17 меңдән ашыу туристы ҡабул иткән Тәкәй ауылы, сәйәхәтселәрҙең яратҡан урынына әүерелер, тип ышана геопарк белгестәре. Сөнки һорау әле үк бар.

Ике меңдән ашыу квадрат метрға һуҙылған «Янғантау» геопаркы туризм менән бәйле 70-тән ашыу объектты берләштерә. Салауат районын «Ҡыҙыл китап» ҡа ингән 78 төр хайуан һәм ҡоштар төйәк итә. Шулай уҡ сәйәхәтселәрҙе өс Халыҡ-ара кимәлдәге геологик объекттар йәлеп итә. Әйткәндәй, яңыраҡ «Янғантау» геопаркы биләмәһендә «Сәләмәтлек һуҡмағы» булдырылған. Ә тарихи-мемориаль комплекстың сафҡа инеүе төбәктә туризм үҫешенә ҙур өлөш индереп, «Янғантау» геопаркы менән урындағы халыҡтың ғорурлығына әйләнәсәгенә шик юҡ.

 

 

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: